Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан махсус китапханаһы абонементы шағир Рәмил Сурағолдоң китап күргәҙмәһен үткәрә.
Рәмил Сурағолов Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ҡасабаһында лонъяға килгән. 1000-дән ашыу йырҙар авторы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың һәм Татарстандың Яҙыусылар союзы ағзаһы.
2004 йылдан “Сурағол” нәшриәт йортоноң генераль директоры. Тағы ла бик күп премиялар лауреаты.
Тәүге китабы 1993 йылда баҫыла. Уның балалар өсөн яҙылған шиғырҙарында бер-нисә быуын үҫкән.
Күргәҙмәлә махсус китапхана фондында булған китаптар тәҡдим ителә.