Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында Әнүәр Бикчәнтәев әҫәрҙәренең китап күргәҙмәһе асылды

Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында Әнүәр Бикчәнтәев әҫәрҙәренең китап күргәҙмәһе асылды

Яҙыусы Әнүәр Бикчәнтәевтың тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы, Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында уның әҫәрҙәренән торған, ”Китаптарында дәүер сағыла” исемле китап күргәҙмәһе асылды.

Әнүәр Бикчәнтәев 1913 йылдың 4 октябрендә Өфө ҡалаһында донъяға килгән. 1928-1931 йылдарҙа Ырымбур педагогик техникумында белем ала. Һуңынан татар мәктәбендә завуч булып эшләй. Әнүәрҙең ата-әсәһе Туҡай, Ғафури ижады менән ныҡ ҡыҙыҡһына, был, әлбиттә, йоғонто яһамай ҡалмай. Тиҙҙән, буласаҡ яҙыусы Өфөгә ҡайта һәм “Комунна” гәзитенә эшкә урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙ теләге менән фронтҡа китә.

Әҙәбиәтте һәм сәнғәтте үҫтереүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн, Октябрь революцияһы ордены, “Почет билдәһе” ордены менән бүләкләнә. Ғ. Сәләм исемендәге комсомол премияһы, “Аҡҡоштар Уралда ҡала”, “Ожмах вәғәҙә итмәйем” романдары өсөн С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре.

Күргәҙмәлә Брайль шрифты менән баҫтырылған әҫәрҙәре тәҡдим ителә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb