Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапхана фонды байытылды

Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапхана фонды байытылды

Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы “Һуҡыр балалар өсөн иллюстрациялы китаптар” шәфҡәтлелек фондынан китаптар ҡабул итте.

“Иң яҡшы баҫмалар” комплекты бер-нисә китаптан тора: “Беҙҙең боронғо баш ҡала”, “Бородино”, “Пакет-декорация”, “Тылсымлы ҡәләм”.

Сағыу,аңлайышлы, яҡшы рельефлы һүрәттәр донъяны күрергә ярҙам итә.

Аңды үҫтереүсе комплект халыҡ әкиәттәренән тора: “Гунуна һәм елдәр батшабикәһе”, “Бөркөт ояһы”. Шулай уҡ, комплектта уйындар ҙа бар: төрлө хайуан фигуралары, пакет-декорация һ.б.

Һәр китапҡа иллюстрациялы брошюралар һалынған. Тиҙҙән был китаптар китапхана фондына һәм филиалдарға сығасаҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb