Алдан хәбәр итеүебеҙсә, «Һылыуҡай-2018» республика телевизион конкурсы еңеүсеһе Әлфинә Кашаповаға төп бүләк – «Лада Гранта» автомобиле вәғәҙәләнгәйне.
Кисә, 11 апрелдә Өфөләге «Луидор» ГАЗ автоүҙәгендә Әлфинә Кашаповаға автомобиль асҡысы тапшырылды.
Быйылғы бәйге Ғаилә йылына һәм 2020 йылдағы Бөтә донъя Фольклориадаһына арналып уҙғарылды. Бәйгенең маҡсаты: милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм йолаларҙы, башҡорт ҡыҙҙарының матурлығын һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен пропагандалау, ижади һәләттәрен асыу, йәштәрҙе төрлө ижади эшмәкәрлек төрҙәренә йәлеп итеү.