Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә милли кейемдәге ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара конкурс үтте. Ҡырҡтан ашыу милләт вәкиле милли кейеме, музыка ҡоралдары, йыр-бейеүҙәре менән таныштырҙы, тыуған төйәге тураһында һөйләне. Конкурста Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташыбыҙ Мәҙинә Илһамова беренсе урын алды. Гран-при Сыуаш республикаһы һылыуҡайына бирелде, икенсе урынға - Үзбәкстан, өсөнсөнгә Дағстан вәкиле лайыҡ булды.