Иртәгә, йәғни 26 ғинуар көнө, 16:00 сәғәттә Башҡортостан Яҙыусылар союзының Тамашалар залында шағирә Тамара Ғәниева менән осрашыу ойошторола.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, Рәми Ғарипов һәм Фатих Кәрим исемдәрендәге премиялар лауреаты Тамара Ғәниева әҙәбиәткә XX быуаттың 80-се йылдарында килә. Уның беренсе китабы «Осрашырбыҙ әле» 1980 йылда донъя күрә. Төрлө жанрҙарҙа бик әүҙем ижад итә. Бер үк ваҡытта республика баҫмаларында көнүҙәк темаларға арналған публицистик мәҡәләләр менән дә даими һәм әүҙем сығыш яһай.
2015 йылдың сентябрендә әҙибәнең «Ғүмер кисеүҙәре» тип аталған яңы шиғри йыйынтығы донъя күрҙе. Унда шағирҙың һуңғы йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәре урын алған.. Тағы ла яңы шиғырҙарҙы яратҡан әҙибәбеҙ Тамара Ғәниеваның үҙе менән осрашыуҙа ишетергә, уҡырға мөмкинлек буласаҡ.
Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе шағирә Тамара Ғәниева менән осрашыуға саҡырабыҙ!