«Әҙәби нағыш» марафоны һөҙөмтәһе

«Әҙәби нағыш» марафоны һөҙөмтәһе

    2015 йылда уҙған «Әҙәби нағыш» марафоны ваҡытында республикабыҙҙың бөтә райондары һәм ҡалаларында тиерлек йәш көстәр барланды, улар өлкән быуын ҡәләм оҫталарынан файҙалы һабаҡ алды. Был йыйынтыҡта марафон барышында «табыш» тип атарлыҡ башҡорт һәм татар телендә ижад итеүсе авторҙарҙың әҫәрҙәре тупланды.

    Китап «Сәсмәүер майҙанында» һәм «Шиғриәт балҡышы» бүлектәренә йыйналған хикәйәләрҙән, юморескаларҙан һәм шиғырҙарҙан тора.

    Төҙөүселәре: Сабир Шәрипов, Лариса Абдуллина, Дамир Шәрәфетдинов.

    Баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb