“Ә мин ғашиҡ тағы…”

“Ә мин ғашиҡ тағы…”

Йәш ҡарҙарҙан ғаләм еҫе килә,

Ерҙән килә йыһан һулышы

Һауаларым һулап туйғыһыҙ бит,

Тойғоларым тотоп тыйғыһыҙ бит!..

Шағирҙың йыһан йырына арналған шиғри юлдары Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған актрисаһы Илсөйәр Ғәзетдинованың йөрәк йырына әйләнгән мәле.

Илсөйәр Ибраһим ҡыҙы 20 ғинуарҙа театр һөйөүселәрҙе, дуҫтарын, яҡындарын “Ә мин ғашиҡ тағы..” исемле юбилей кисәһенә саҡыра.

Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” әҫәренең тәүге ҡуйылышында Ғәлимә, Лев Толстойҙың әҫәре буйынса “Тере мәйет” спектаклендә сиған ҡыҙы Маша, Ибраһим Абдуллин пьесалары буйынса “Бажалар”ҙа – Зөлфиә һәм “Тиле йәшлек”тә – Һандуғас, М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау”ында – Йәмилә, Наил Ғәйетбайҙың “Аты барҙың – дәрте бар” комедияһында Октябрина һәм башҡа бик күп сағыу, күркәм образдары менән театр сәнғәте күгендә балҡыған яҡты йондоҙ ул Илсөйәр Ғәзетдинова.

Ҡырҡ йылдан ашыу ижад ғүмерендә тиҫтәләрсә образдар тыуҙырған, халыҡ һөйөүен яулаған Актрисаның күңел байрамында бөтә коллектив ҡатнаша, шулай уҡ кисәгә мәртәбәле ҡунаҡтар, популяр йырсылар киләсәк. Ҡышҡы һалҡын кисте матур һүҙҙәр, йылы хистәр, күтәренке кәйеф менән йылытырға вәғәҙә итәбеҙ.

Актрисаның күңел күгендә ҡабынмаған – быға тиклем уйналмаған ролдәре лә бар. Ниндәй ролдәр? Ҡайһы әҫәрҙән улар? Яратып уйнаған һәм үҙенең ижади ғүмерендә бер тапҡыр ҙа уйнамаған ролдәрен уйнар, иң моңло йырҙарын йырлар, йөрәк түрендә йөрөткән мөхәббәт һүҙҙәрен әйтер өсөн сығасаҡ актриса был көндө сәхнәгә!..

Шулай уҡ был кис актрисаның ижады һәм ғүмере тураһындағы «Ағиҙел ҡыҙы» китабының исем туйы үтәсәк.

Сығанаҡ: http://bash.bashdram.ru/news/%D3%99-min-%D2%93ashi%D2%A1-ta%D2%93y.html

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb