Бөгөн Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана коллективын яңы директор вазифаһын башҡарыусы менән таныштырҙы. Ул - Марат Зөлҡәрнәев.
Яңы етәксе конкурс үткәрелеүгә ҡәҙәр директор вазифаһын башҡарасаҡ.
Марат Миңлеғәле улы Зөлҡәрнәев - "Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте" йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе, тарих фәндәре кандидаты. Быға тиклем Башҡортостан Республикаһының Милли музейына етәкселек итте.