Күптән түгел Әбйәлил район үҙәк китапханаһында “Ысын күңелдән һөйләшеп алайыҡ” тип аталған ғаилә байрамы үтте. Был матур сараға китапхана янындағы “Горница”, Фәүҡинур Фәтхуллина етәкселегендәге “Урал ҡыҙҙары” клубтары ағзалары һәм уларҙың ейән-ейәнсәрҙәре килде. Улар үҙҙәре төшөргән һүрәттәрен, открыткаларын килтерҙе. Айгөл Афзал ҡыҙы төрлө илдәрҙең йолалары хаҡында бәйән иткәс, шуға ярашлы уйындар уҙғарылды. Уларҙа тәүҙә балалар ғына ҡатнашһа, аҙаҡтан ололар ҙа дәртләнеп китеп, ихлас ҡушылды.
Артабан ҡунаҡтар үҙҙәре бешергән ризыҡтар менән таныштырып үтте һәм уларҙы әҙерләү серҙәре менән бүлеште.
Саҡырылған ҡунаҡтар йырлы-моңло күстәнәс тә бүләк итте. “Горница” клубы ағзалары йырҙар башҡарһа, “Урал ҡыҙҙары” матур бейеү менән һөйөндөрҙө.
Байрам йылы мөхиттә, бик матур уҙҙы. Был кистә ҡунаҡтар араһындағы йәш айырмалығы ла онотолдо, ололар үҙҙәрен бала саҡҡа ҡайтҡандай хис итте.