Яңы йыл алдынан төбәктә капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто асылды. Хаҡы 1 миллион һумдан ашҡан проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн төҙөүселәргә өс ай самаһы ваҡыт талап ителгән.
Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы райондың һәр ауылында тиерлек тормошҡа ашырылып, төҙөкләндерелеүсе объекттар һаны арта. Быйыл ҡырҙастар ҙа ошо программала ҡатнашырға теләк белдереп, клубты ремонтларға ҡарар итте. Тамаша залы 40 кешегә генә иҫәпләнгән, сәхнәһе тәпәш һәм бәләкәй булған Ҡырҙас клубына билдәле артистар ҙа бик һирәк килгән. Шуға ла быйыл Ҡырҙас клубында төҙөкләндереү эштәре башланды.
Ҡырҙастар программаға эләгеү өсөн һәр йорттан меңешәр һум аҡса йыйған. Проекттың бағыусыларҙан финанслана торған өлөшөнә эшҡыуарҙар ҙур ярҙам күрһәткән. Шулай уҡ йомшаҡ ултырғыстар, шаршау, декорациялар һатып алыу өсөн район бюджетынан да аҡсалар бүленгән.