7 февралдә Әбйәлил районының Ишҡол ауыл китапханаһында Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваның юбилейы уңайынан «Тыуған ерем — моң даръяһы» исемле район шиғриәт бәйгеһе уҙғарыла.
14 – 35 йәшкә тиклемге шиғыр һөйөүсе райондаштар бәйгелә ҡатнаша ала. Үҙең ижад иткән бер шиғыр һәм Гөлназ Ҡотоеваның ижадынан бер шиғыр менән сығыш яһарға кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 8-909-352-51-62.
Ҡотоева Гөлназ Мират ҡыҙы —билдәле шағирә, журналист.
Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева 1974 йылдың 1 ғиниарында Әбйәлил районының Ишҡол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә консультант, Сибай ҡалаһы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе, «Ағиҙел» журналы мөхәрирриәтендә яуаплы сәркәтип булып эшләй. Хәҙерге көндә «Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире. Бер нисә китап авторы.Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.