Яңы йыл алдынан Әбйәлил районының Асҡар ауылында Малик Яҡшымбәтов исемендәге кинотеатрҙа яңыртылған «Алмастау» кинозалы асылды. Проект "Мәҙәниәт" милли проекты ярҙамында Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы һәм Кино фонды булышлығында тормошҡа ашырылған.
Кинозалды асыу тантанаһында Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының бүлек етәксеһе Зиннур Сөләймәнов, Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы директоры Юнир Әминев ҡатнашты.
Малик Яҡшымбәтов исемендәге кинотеатр 1991 йылда төҙөлгән. Яңыртыу һөҙөмтәһендә кинозал заманса күркәм төҫ алды. Һанлы кино күрһәтеүҙән тыш, залда тауыш яңғырауын “йотоусы” түшәм, уңайлы йомшаҡ креслолар бар, косметик ремонт эшләнгән. Кинотеатр кассаһы ла үҙгәреш кисергән: буш урындарҙы һайлау өсөн монитор һәм трейлерҙарҙы күрһәтеү өсөн ҙур экранлы телевизор барлыҡҡа килгән.
Залдың беренсе ҡунаҡтары – Асҡар ауылының мәктәп уҡыусыларына Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы йәнһүрәттәре һәм кинорежиссер Булат Йосоповтың Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов хаҡындағы “Шағир көндәлеге” фильмы күрһәтелде.
Яңы йыл каникулында - 2023 йылдың 1 ғинуарынан 8-енә тиклем - яңыртылған кинозалда көнөнә икешәр киносеанс күрһәтеләсәк.
2022 йылда "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә республиканың 10 кинозалы яңыртылды.