Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Әхмәт Сөләймәнов 78 йәшендә арабыҙҙан китте.
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 22 ноябрь 2016
Әхмәт Сөләймәнов 78 йәшендә арабыҙҙан китте.
Башҡортостан ҙур юғалтыу кисерҙе, халҡыбыҙҙың олуғ улы, башҡорт һәм, ғөмүмән, төрки донъяһы фольклористикаһында күренекле урын яулаған филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, Рәсәйҙең Гуманитар фәндәр академияһы академигы Әхмәт Сөләймәнов 78 йәшендә арабыҙҙан китте.
Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (15 март 1939 — 21 ноябрь 2016) — башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре. Филология фәндәре докторы, профессор. Рәсәй Гуманитар Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов 1939 йылдың 15 мартында Бөрйән районының Нәби ауылында тыуған. 1967 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, тыуған ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Университетта уҡыу йылдарында уҡ ғилми эшкә ылыҡҡан егет тиҙҙән аспирантураға саҡырыу ала. 1972 йылдан башлап БДУ-ла башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһында уҡытыусы, доцент. 1991 йылдың ғинуарынан — Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында фольклор һәм сәнғәт бүлеге мөдире. 2006 йылдан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы профессоры.
2016 йылдың 21 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды.
Әхмәт Сөләймәнов 1991 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында филология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Ғалим 18 томдан торған «Башҡорт халыҡ ижады» серияһын әҙерләп нәшер итеүҙә турана-тура ҡатнаша. Ул шулай уҡ фундаменталь хеҙмәттең урыҫ телендә сыҡҡан баҫмаһының өс томын әҙерләүсе. Был эше өсөн башҡа авторҙар менән бер рәттән Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булды.
Ул 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 30-ҙан артыҡ монография, мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн 40-тан артыҡ уҡыу әсбабы һәм уҡыу-иетодик ҡулланма авторы.
Халыҡ ижадын, уны ғилми яҡтан өйрәнеүҙә Әхмәт Сөләймәновтың башҡарған эше сикһеҙ. Һәр саҡ эҙләнеүсән, баҫалҡы ғалим, Башҡорт дәүләт университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары өсөн дә кешелекле уҡытыусы булараҡ хәтерҙәрҙә уйылып ҡалыр. Ғалимыбыҙ Башҡортостан мәҙәниәте буйынса дәреслектәр авторы ла, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы ла булды. Әхмәт Сөләймәновты белгән һәр кеше иң тәүҙә уны итәғәтлелеге һәм ихласлығы өсөн хөрмәт, ихтирам итә ине...
Яратҡан уҡытыусыбыҙ, изге күңелле остазыбыҙ, халҡыбыҙҙың аҫыл улы, алтынға бәрәбәр замандашыбыҙ, арҙаҡлы ғалимыбыҙ Әхмәт Сөләймәнов яҡты иҫтәлеге беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Кешелекле, изге кунелле, рәхмәтле зат булараҡ күптәребеҙ күңеленә һеңеп ҡалған ул, урынығыҙ йәннәттә булһын...
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө