Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Эстонияла йәшәп, ижад итеүсе яҡташыбыҙ Дина Гаврилова менән осрашыу үтте. “Һин барыһынан да яҡшыраҡ” тип исемләнгән яңы әҫәре буйынса фекер алышыу ойошторолдо.
Автор күләмле әҫәрен Башҡортостан, тыуып үҫкән еренә, ауылдаштарына бағышлай. Яңы китап яҙыусының "Һалҡын йылдар" төҫтәре романының дауамы булып тора. Бишбүләк районының Кесе Мәнәүез ауылы кешеләренең тормошон автор сыуаш ҡыҙы Еля -Еликаниданың тарихы аша һүрәтләй. Колхозлашыу, репрессиялар осоро, Бөйөк Ватан һуғышы һәм һуғыштан һуңғы ауырлыҡтар ҙа әҫәрҙә сағылыш тапҡан.
Ике китапты яҙыр өсөн авторға алты йыл дауамында материалдар тупларға тура килгән. Дина Гаврилованың яңы әҫәрҙәре менән Бишбүләк, Бәләбәй райондары, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала танышырға мөмкин. Әйткәндәй, яҙыусы романының бер бүлеген Зөһрә Бураҡаева башҡорт теленә тәржемә итергә ниәтләй. Дина Гаврилова әлеге ваҡытта төрлө хикәйәләр яҙыу менән мәшғүл.