Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Зәйнәб Биишеваның 110 йыллығына арналған китаптың исем туйы үтә

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Зәйнәб Биишеваның 110 йыллығына арналған китаптың исем туйы үтә

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 110 йыллығына арналған китап донъя күрҙе. Ошо уңайҙан 7 февралдә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала баҫманың исем туйы ойоштороласаҡ.

Йыйынтыҡ мәҡәләләр, ижади портреттар, иҫтәлектәрҙән тора. “Китап” нәшриәтендә баҫтырылған китапта, шулай уҡ, Республиканың Китап палатаһында, Башҡортостандың Милли китапханаһында, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы радиоархивында булған һирәк материалдар менән танышырға мөмкин. 
Яҙыусының ғаилә архивындағы материалдар, балалары, ейәндәре тураһында ла мәғлүмәттәр ингән. Китап 1000 дана менән нәшер ителгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb