«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе

«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе

Боронғо башҡорт халыҡ эпосы «Урал батыр»ҙан илһам алып ижад иткән «Әй Йола» төркөмө 2026 йылда уҙасаҡ Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының амбассадоры итеп һайланды. Был ваҡиға тураһында төркөм үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр итте.

«Музыка аша башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәре, ата-бабаларыбыҙҙың хәтере һәм кешенең Ер менән бәйләнеше хаҡында һөйләйбеҙ. Беҙҙең өсөн был образ һәм стилләштереү түгел, ә бөгөн яңғыраған тере традиция», – тип  белдерҙе төркөм ағзалары.

Бөтә донъя күсмә халыҡтар – күсмә халыҡтарҙың спортын, мәҙәниәтен һәм матди булмаған мираҫын берләштереүсе ҙур сара.  Быйыл ул 31 авгусынан 6 сентябрянә тиклем дауам итә. Унда 90-дан ашыу илдең вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

«Музыка, мәҙәниәт һәм дөйөм ритм аша ошо ҙур халыҡ-ара сараның бер өлөшө булыуыбыҙға шатбыҙ», – тине төркөмдөң солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Рамазанов.

Фото: «Әй Йола» төркөмөнөң «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөнән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb