Әнғәм Атнабаевтың “Игеҙәктәр” комедияһы йәнә сәхнә түрендә

Әнғәм Атнабаевтың “Игеҙәктәр” комедияһы йәнә сәхнә түрендә

Туймазы татар драма театры бөгөнгө көндә Әнғәм Атнабаевтың “Игеҙәктәр” комедияһын сәхнәләштереү өҫтөндә эшләй. “Игеҙәктәр” комедияһы уҙған быуаттың 70-се йылдарын үҙ эсенә ала.Әҫәрҙә ауыл тормошо, колхоз, һауынсылар яҙмышы күрһәтелә. Ваҡиғалар үҙәгендә-исеменән үк күренгәнсә ике игеҙәк ҡыҙ һәм улар менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәр һүрәтләнә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ғ. Сәләм исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әнғәм Ҡасим улы Атнабаевтың әҫәренә туҡталыу осраҡлы түгел, спектакль талантлы әҙиптең тыуыуына 90-йыл тулыуға бағышлана. 
Спектаклде театрҙың баш режиссеры Илнур Муллабаев сәхнәләштерә, рәссамы-Рөстәм Баймөхәмәтов, композиторы—Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин.
Спектаклдең премьераһы 27 мартҡа тәғәйенләнгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb