12 октябрҙә Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, С. Юлаев ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы Фидан Ғафаровтың тыуған көнө һәм ижадына 55 йыл тулыу айҡанлы “Һаман бергә!..” исемле концерты үтте.
Тамашала актерҙың ижадташ дуҫтары – Башҡортостандың халыҡ артистары Илдар Ғүмәров, Светлана Хәкимова, Азамат Ғафаров һәм театрҙың йәш артистары ҡатнашты. Тамашасылар Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаровтың легендар дуэтын көслө алҡыштар менән ҡаршы алды, улар башҡарыуындағы мәңгелек хитҡа әйләнгән йырҙарҙы кинәнеп тыңланы.
Фидан Ғафаровты ҡотларға Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова килде. Әминә Ивний ҡыҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауын еткерҙе.
«Илебеҙҙең төрлө быуын тамашасыһына Һеҙ бар ғүмерен театр сәнғәтенә бағышлаған сәхнә оҫтаһы булараҡ билдәле. Ижад юлығыҙҙы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә башлап, бөгөнгө көнгә тиклем халыҡсан ролдәрегеҙ, сағыу талантығыҙ менән башҡорт театрының абруйын күтәрәһегеҙ, уның үҫешенә ҙур өлөш индерәһегеҙ», — тине министр.
Туған театры коллективы исеменән Фидан Сафа улын директор Иршат Фәйзуллин ҡотланы.
Бөгөн, 13 октябрҙә, ошо уҡ сәхнәлә Фидан Гафаровтың концерты икенсегә күрһәтеләсәк.