Бөгөн Яр саллы ҡалаһында ошо исем аҫтында сәнғәт фестивале башлана. Унда Башҡортостан һәм Татарстандан билдәле йырсылар ҡатнаша. Ойоштороусылар әйтеүенсә, Нәзифә Ҡадырова, Азамат Тимеров, Лилиә Букеева, Радик Динәхмәтов, ике яҡтан башҡа абруйлы йырсылар, йәш башҡарыусылар бер сәхнәлә сығыш яһаясаҡ. Ике республика сәнғәт оҫталарын туплаған берлектәге был фестиваль 2013 йылдан уҙғарыла.