Өфө һәм Ырымбур уртаҡ музей проекты әҙерләй

Өфө һәм Ырымбур уртаҡ музей проекты әҙерләй

Сентябрҙә БР Милли музейы һәм Ырымбур губернатор тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы ҡыҙыҡлы күргәҙмә ойоштора. "Дала: боронғо архетиптар күҙлегенән ҡатын-ҡыҙҙар донъяһы" күргәҙмәһе бары тик боронғолоҡтоң ҡатын-ҡыҙҙарына арналасаҡ.

Өфө һәм Ырымбурҙың уртаҡ музей проектында иртә тимер быуаттың күсмә халыҡтар кургандарында табылған археологик ҡомартҡылар тәҡдим ителәсәк.

Күргәҙмәлә боронғо Мысыр оҫталары эшләгән матур биҙәүестәр, Филлипов кургандарында табылған ҡомартҡыларға кейендерелгән ҡатын-ҡыҙ образын да күрәсәкһегеҙ.

Күргәҙмә сиктәрендә саҡырылған оҫталар: психолог, визажист, фоторәссам эшләсәйсәк һәм ҡатын-ҡыҙҙарға үҙҙәренең асылы хаҡында һөйләйәсәк.

Экскурсияға 3 сентябрҙә, 14:00 көтәбеҙ. Яҙылыу 8(347) 273-35-77 телефоны буйынса.

Анығыраҡ мәғлүмәттәрҙе һеҙ Рида Русланова @rida_ruslanova, 8 9273261447 аша белә алаһығыҙ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb