Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы павильонында “Саня, газуй!” фильмын төшөрәләр. Серияларҙың береһендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, БР-ҙың М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Шәһитулла Хамматов ҡатнаша.
Күп сериялы комедиялы фильмдың ҡуйыусы режисеры - Филипп Абрютин.
- Мәскәү командаһының тәртип яратыуы һәм эшкә ҡарашы оҡшаны. Бында һәр кем үҙ эше менән мәшғүл. Мәҫәлән, шәхсән үҙем төп бурысым – съемка майҙанында уйынау тураһында ғына уйлайым. Ҡалған мәсьәләләрҙе ассистент хәл итә. Башта актерҙар мине үҙ итеп ҡабул итмәне тип уйлаһам, эш көнөнән һуң иһә барыһы ла ҡосаҡлай, таныша башланы, - тип һөйләне Шәһитулла Хамматов "Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" интернет-порталына.
Башҡорт актеры сериалда Сәрхәт исемле бер ҡатлыраҡ һәм тормошто һөйөүсән автослесарь булып уйнай.
- Үҙемде уйнаған кеүекмен, тик тағы ла ышандырырлыҡ булһын өсөн, минең ипотекам юҡ икән, тип хис иттем. Һөҙөмтәлә бәхетлерәк күренә башланым. Фильмға мине кастинг аша һайлап алдылар. Машинаны нисек йөрөтөүем тураһында видео ебәрергә кәрәк ине. Ғәҙәттәгесә йырлай-йырлай руль артында барғанымды төшөрҙөм Тап өҫтөнә баҫтың, тип әйттеләр, - тине актер.
Ял минуттарында Шәһитулла Хамматов мәскәүҙәрҙе башҡорт мәҙәниәте, аш-һыуы менән таныштырырға ла өлгөргән. Улар беҙҙең ҡоротто, башҡорт балын оҡшатҡан. Актер шулай уҡ Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтарҙы М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына спектаклгә саҡырырға йыйына.
Нурзиә Хәсәнова.