Өфө «Нур» татар дәүләт театрында «Кредитҡа алынған ҡатын» комедияһының премьераһы уҙа

Өфө «Нур» татар дәүләт театрында «Кредитҡа алынған ҡатын» комедияһының премьераһы  уҙа

3 һәм 4 ноябрҙә Өфө «Нур» татар дәүләт театрының Кесе залында йәш башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың пьесаһы буйынса «Кредитҡа алынған ҡатын» спектакленең премьераһы була. Был – яҙыусының беренсе драматургик әҫәре.

Спектаклдең режиссеры - Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин, ҡуйыусы рәссамы - Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Нурия Ғәбиҙуллина, композиторы - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаев, хореографы - Андрей Сорокин.

Бөгөн, һанлы технологиялар үҫешкән заманда, роботтар  кешеләрҙең эшен ябайлаштырып һәм йәшәйеште уңайлыраҡ яһап ҡына ҡалмай, ихтыярһыҙҙан тормошобоҙҙоң бер өлөшөнә әүерелә бара. Улар көнкүрешкә генә түгел, хатта һөйөү хистәренә йоғонто яһай башланы. Бындай ҡатмарлы хәл менән спектаклдең төп геройы осраша. Хәләл ефете менән икһеҙ-сикһеҙ ыҙғыштарҙан арып, ул «тыңлаусан» ҡатын һатып алырға хәл итә. Мажаралы комедия көлдөрә лә, уйға ла һала.

Спектакль киске сәғәт 7-лә башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb