Кескәй һәм иң талапсан тамашасылар өсөн Өфө “Нур” татар театры “БейбиНур” тип исемләнгән ҡыҙыҡлы мажара уҙғара.
8 апрелдә 11:00 сәғәттә “Нур” театрының Ҙур зал фойеһында серле театр иле менән танышып, үҙегеҙҙе лә рәссам, яҙыусы, артист ролендә һынап ҡарай аласаҡһығыҙ. Шулай уҡ кескәй тамашасыларҙы ҡыҙыҡлы конкурстар, мастер-класстар, күңелле уйындар, матур бүләктәр көтә. Театр актерҙары Туфан Миңнуллиндың "Ауыл эте Аҡбай" иселе әкиәт тәҡдим итәсәк.