Бөгөн стрит-арт (урамда төшөрөлгән һүрәт) буйынса "ФормART" округ фестивале еңеүселәре билдәле булды. Йомғаҡтар Zoom платформаһында Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәре вәкилдәренең сираттағы тура бәйләнеше барышында яһалды. Киров өлкәһе "ФормART" фестиваленең төп майҙансығы булды. Башҡортостан Республикаһының студияһы Милли музейҙа урынлашты. Төбәк исеменән йәш дизайнер Ләйсән Билалова "Киләсәк - йөрәктә" исемле эш менән сығыш яһаны. Граффити Нефтекама ҡалаһындағы йорттарҙың береһендә төшөрөлгән.
Ләйсән Билалова халыҡ тауыш биреү һөҙөмтәләре һәм эксперттарҙың баһаһы буйынса 13 ҡатнашыусы араһында алдынғылыҡҡа сыҡты һәм III урынды алды. Өсөнсө урын өсөн бүләк - 100 мең һум.
Тауыш биреү 2021 йылдың 1 - 15 октябрендә барҙы. Иң яҡшы конкурсант өсөн бер генә тауыш бирергә мөмкин ине. Тауыш биреүҙә Рәсәйҙең бөтә халҡы ла ҡатнаша алды.
"ФормАRТ" урам сәнғәте проекты Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Фестиваль йәш рәссамдарҙың ижадына ярҙам итеүгә, граффити сәнғәте ярҙамында округ төбәктәрендә заманса ҡала мөхитен һәм яңы мәҙәни кодтар булдырыуға йүнәлтелгән.