Өфө Рудольф Нуриевтың 80 йыллығына әҙерләнә

Өфө Рудольф Нуриевтың 80 йыллығына әҙерләнә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Өфөлә Рудольф Нуриевтың тыуыуына 80 йыл тулыуға «ӨФӨ.NUREEV» кисәләр серияһы үтә. Проектҡа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Руди — Never off…»  спектакле (15 март), Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә Лев Степанов һәм Заһир Исмәғилевтың «Сыңрау торна» балеты (16 март), шулай уҡ гала-концерт (17 март) инә.

Гала концертта:

— Рудоль Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы тәрбиәләнеүселәре (Өфө);

— XIII Халыҡ-ара балет һәм хореография артистары конкурсы еңеүселәре, Мәскәү дәүләт хореография академияһы студенттары Елизавета Кокорева һәм Денис Захаров (Мәскәү);

— Мариин театры солисы, «Ҙур балет» телепроекты еңеүсеһе Рената Шакирова (Санкт-Петербург);

— Мариин театрының Приморье сәхнәһе солисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Ирина Сапожникова (Владивосток);

— Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт академия опера һәм балет театры солисы Илнур Ғәйфуллин (Ҡазан);

— халыҡ-ара конкурстар лауреаты, «London Russian Ballet School» резидент-хореографы Дмитрий Антипов (Лондон);

— Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының алдынғы солистары ҡатнаша.

Рудольф Нуриев Өфөлә тыуып үҫкән һәм тәүге ижади аҙымдарын да ошонда яһай. Уның бейеү тормошона юлы бала сағында «Сыңрау торна» балетында Зәйтүнә Насретдинованың төп партияла илһамланып башҡарыуынан алған тәьҫораттарҙан башлана. Ир бала уның сығышын ете йәшендә күрә. Нәҡ ошо спектакль буласаҡ бейеүсенең ижади яҙмышын хәл итә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb