13-18 февраль көндәре Өфө ҡалаһының Рус академия драма театры актерҙары Ҡазан тамашасыһына дүрт спектакль тәҡдим итә.
Афишаға театрҙың төп репертуарын тәшкил иткән спектаклдәр ингән.
Гастролдәр “Зәңгәр камея” мюзиклы менән асыла. Сәхнәлә – Әбей-батша, һарай интригалары һәм мөхәббәт.
Бөгөн “Бизнес-класс палатаһы” комедияһын (А.Коровкин) тәҡдим итә. Спектаклдәр Ғәлиаскар Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә барасаҡ. Рус академия драма театрының Ҡазан ҡалаһына һуңғы тапҡыр ун ике йыл элек, 2005 йылда гастролдәр менән сығыш яһағандар.
Ҡазанлыларҙың Өфөгә сентябрь айында гастролдәр менән килеүе көтөлә.