Үткән йылдың 20 декабрендә асылған «Республиканың тыуыуы» тип исемләнгән экспозиция Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына арналған. Сара шулай уҡ, Башҡортостан рәссамдарының 2019 йылда үтәсәк байрам сараларына әҙерлегенең тәүге этабы булып та тора. Залға 170 һынлы сәнғәт, скульптура, графика өлгөләре ҡуйылған.
Проектта Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Ишембай, Бөрө, Мәләүез ҡалаларынан, Ҡырмыҫҡалы, Әбйәлил һәм Ейәнсура райондары ижадсылары ҡатнаша. Ойоштороусылар билдәләүенсә, ҡатнашыусылар араһында йәш авторҙарҙың күп булыуы икеләтә ҡыуансыслы. Тарихи ваҡиғаларҙы сағылдырыусы эштәрҙән тыш, ҡайһы бер рәссамдар үҙ эштәрен тыуған ергә һөйөү, милли йолалар темаһына ла бағышлаған.