Өфө сәнғәт институты студенттары «Ике байҙың хеҙмәтсеһе» комедияһына саҡыра

Өфө сәнғәт институты студенттары «Ике байҙың хеҙмәтсеһе» комедияһына саҡыра

25 ноябрҙә «Цюрупалағы театр» сәхнәһендә Карло Гольдониҙың «Ике әфәнденең хеҙмәте» пьесаһы буйынса комедия күрһәтелә.

«Ике әфәнденең хеҙмәте» - итальян халыҡ театры темаһына вариацияларҙан  барлыҡҡа килгән комедия. Сюжет нигеҙендә – үҙ һүҙле ата-әсәләре арҡаһында өйләнешә алмаған ғашиҡтар тураһында тарих. Ваҡиғалар үҙәгендә – Труффальдино исемле зирәк һәм тапҡыр хеҙмәтсе. Аҡса эшләр өсөн ул бер юлы ике хужаға хеҙмәт итергә һәм ярарға тырыша.

Режиссеры һәм художество етәксеһе - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева.

Спектакль башҡорт телендә ҡуйыла.

Билеттарҙы спектакль башланыр алдынан алырға мөмкин. Хаҡы: 200 һум.

Тамаша киске сәғәт 7-лә башлана.

Адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 9.

Белешмә өсөн:

«Цюрупалағы театр» - буласаҡ актерҙар һәм режиссерҙар ҙур сәнғәт донъяһына тәүге аҙымдар яһаған майҙансыҡ. Ижади берекмәнең тарихы 1971 йылдан башлана, уның сәхнәһендә йөҙләгән студент ҡанат нығытҡан һәм артабан Башҡортостандың, Рәсәйҙең иң яҡшы театрҙарында, кино һәм телевидение өлкәһендә эш башлаған. Бөгөнгө көнгә тиклем бында спектаклдәр ҡуйыла һәм яңы таланттар асыла. Уҡыу театры айына ике-өс тапҡыр Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында актер һәм режиссер курстарының диплом алды һәм диплом спектаклдәрен күрһәтә, шулай уҡ күсмә концерттар һәм спектаклдәр ҡуя.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb