Өфө татар дәүләт “Нур” театры сәхнәһендә Ҡ. Кулиев исемендәге Балҡар дәүләт драма театры уңышлы сығыш яһаны

Өфө татар дәүләт “Нур” театры сәхнәһендә Ҡ. Кулиев исемендәге Балҡар дәүләт драма театры уңышлы сығыш яһаны

Төрки телле театрҙарҙың VI Халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивале сиктәрендә Өфө татар дәүләт “Нур” театры сәхнәһендә Ҡ.Кулиев исемендәге Балҡар дәүләт драма театры 11 сентябрҙә “Жизнь-восхождение” спектаклен ҡуйҙы. Спектакль күренекле балҡар шағиры Ҡайсын Кулиевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналып, шағирҙың тормош иптәше Элизат Кулиева әҫәре буйынса сәхнәләштерелде. Тамашасылар спектаклдән әҙиптең тормош юлы, тәрән мәғәнәле уй-кисерештәре, халыҡҡа әйтергә теләгән әйтер һүҙе менән таныша алды, йөрәк ҡылдарын тибрәтеүсе шиғырҙарын тыңлап, бер үк ваҡытта моңайҙы ла, шатланды ла, ҡыуанды ла.
“Китап” нәшриәте һатыу күргәҙмәһендә тамашасыларға, ҡунаҡтарға һәм сарала ҡатнашыусыларға яҙыусының Назар Нәжми тәржемәлегендә күптән түгел донъя күргән “Яралы таш” әҫәрен тәҡдим итте. “Яралы таш” китабы өсөн Ҡайсын Кулиев 1966 йылда РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ булған була. Әйткәндәй, спектаклдән һуң “Яралы таш” китабының исем туйының үтеүе лә сараға мәртәбә өҫтәне. БР хөкүмәте премьер-министры Салауат Сәғитовтың балҡар еренән алып ҡайтҡан ҡайнар сәләмдәре, изге теләктәре ҡунаҡтарҙың күңелен елкендерҙе.
    Кисәнең аҙағында пьеса авторы Элизат Кулиеваға һәм балҡар театры директоры Мәжит Йәнғуразовҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Шулай уҡ Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ның халыҡ шағиры Ҡ.Кулиевтың 100 йыллығына арналған сараларҙы әүҙем ҡатнашыуы өсөн ошондай уҡ Маҡтау ҡағыҙы менән Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы мәҙәниәт министры М.Кумахов исеменән Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов та бүләкләнде.

Сығанаҡ: http://www.kitap-ufa.ru

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb