Өфөлә ҡурайсы Юлай Ҡасимовтың «Саптар» тип аталған тәүге альбомы тамашасы иғтибарына тәҡдим ителде

Өфөлә ҡурайсы Юлай Ҡасимовтың «Саптар» тип аталған тәүге альбомы тамашасы иғтибарына тәҡдим ителде

Йыйынтыҡ Мостай Кәрим исемендәге фонд ярҙамында сығарылды. Ул ике вариантта әҙерләнгән. Тәүгеһе акустика версияһындағы пластинка, икенсеһендә заманса аранжировкалау алымы ҡулланылған.

Тамаша Өфөнөң фонтан майҙанында ҡуйылды. Ҡурай моңон һөйөүселәр өсөн музыкаль программанан тыш ҡыҙыҡлы викторина ойошторолдо һөм партнерҙарҙың бүләктәре таратылды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb