Башҡортостанда «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2022» асыҡ республика конкурсы бара. 26 ғинуарҙа конкурстың зона этабы уҙҙы, унда Архангел, Ауырғазы, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Өфө райондарынан, Өфө ҡалаһынан һәм Ханты-Манси автономиялы округы - Югранан 19 ғаилә ҡатнашты.
Тур йомғаҡтары буйынса «Ғаилә ижады», «Ғаилә һөнәре», «Ғаилә ҡиммәттәре» номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләнде.
Өфө ҡалаһынан Лоҡмановтар ғаиләһе «Ғаилә һөнәре» номинацияһында еңеп сыҡты һәм «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2022» асыҡ республика конкурсының зона турында Гран-при яуланы.
«Ғаилә ижады» номинацияһында Ҡырмыҫҡалы районынан Әйүповтар ғаиләһе еңеүсе булды. Салауат, Юлиә һәм уларҙың балалары Розалина, Санъяр – бик талантлы һәм ижади ғаилә. Район конкурстарында йыш ҡына ҡатнашалар һәм призлы урындар яулайҙар.
«Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында ике ғаилә еңеүсе тип билдәләнде. Ул – Өфө ҡалаһынан Юлдашбаевтар һәм Ханты-Манси автономиялы округынан – Югранан Кәйепҡоловтар ғаиләһе.
Салауат һәм Сәлимә Юлдашбаевтар өс бала тәрбиәләй – Самира, Тамерлан һәм Арыҫлан. Юлдашбаевтар быуаттар буйына килгән ғаилә йолаларын, башҡорт мәҙәниәтен хөрмәт итә.
Азат һәм Рәүлиә Кәйепҡоловтар сығышы менән Баймаҡ һәм Йылайыр райондарынан. Был ғаиләлә бер-береңә ышаныс һәм үҙ-ара аңлашыу, мөхәббәт һәм хәстәрлек хакимлыҡ итә. Кәйепҡоловтар Сорғот ҡалаһында йәшәй, уларҙың ғаиләһендә өс бала – Илһам, Азат һәм 4 йәшлек Гүзәлиә үҫә.