Өфөлә өс көн дауамында кинофестиваль рухы гөрләне

Өфөлә өс көн дауамында кинофестиваль рухы гөрләне
Өфөлә “Көмөш Аҡбуҙат» III Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале тамамланды.

Башҡортостанда милли һәм этник кино фестивале үткәрелеүе кино һөйөүселәр һәм сәнғәттең был төрөндә тир түгеүселәр араһында ҙур ҡыуаныс тыуҙырҙы, өс көн дауамында иҫ киткес ҙур байрам ойошторолдо.

Көмөш Аҡбуҙат» III Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестиваленә Германия, Ҡазаҡстан, Ҡырғыҙстан, Иран, Непал, Мексика, Америка Ҡушма Штаттары, Әрмәнстан, Сирия, Франция, Әзербайджан, Таджикстан, Афғанстан, Швейцария, Тайвань, Бангладеш, Монголия илдәренән 268 эш тәҡдим ителгәйне.
 Конкурс программаһына 24 фильм һайлап алынды, 9 документаль, 8 тулы метражлы һәм 7 ҡыҫҡа метражлы нәфис фильмдар.

Фестивалдә ҡатнашыусы фильмдар өс йүнәлештә баһаланды: “Документаль фильм”, “Ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы” һәм “Тулы метражлы уйын фильмы”.

Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залына йыйылған ҡатнашыусылар ғына түгел, тамашасылар ҙа тулҡынлана. Бына-бына еңеүселәрҙең исемдәре иғлан ителәсәк. III Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестиваленең “Көмөш Аҡбуҙат” статуэткаһын кем алып ҡайтыр? Кемдәр улар, “иң-иң”дәр?

Бына, ниһайәт, иң тулҡынландырғыс минуттар. Шулай итеп, гран-при Бангладеш ҡунағы Абу Шахед Эмонға тапшырылды. Уның «История Джалала» документаль фильмы иң юғары награда – “Көмөш Аҡбуҙат” статуэткаһы менән баһаланды.
  
Төп приз – гран-приҙан тыш, эштәр төрлө номинациялар ҙа билдәләнде. Бынан тыш, Башҡортостан кинематографистар союзы үҙенең махсус приздарын булдырғайны. Ин шәп оператор оҫталығы призына Антон Жабин (Рәсәй) «Небесный верблюд» лайыҡ булды. Әмир Абдразаҡов исемендәге призға милли рух менән башҡарылған «Кунанбай» фильмы өсөн Ҡазахстан режиссеры Досхан Жолжаксынов буләкләнде.

Шулай уҡ Ғ. Әмиров исемендәге махсус приз оператор оҫталығы номинацияһында «Пилорама» фильмы өсөн Тимур Ғәниевҡа (Башҡортостан) тапшырылды.

“Тамашасы һөйөүе” призына «24 снега» (Рәсәй, Саха-Якутия) фильмы лайыҡ булды – режиссеры Михаил Барынин. “Уйын киноһы номинацияһында «Мать Мария» фильмы режиссеры Садам Вахид (Афғанистан) бүләкләнде.

 Жюринын махсус бүләге Максим Кобзевтын «Монолог ополченца» документаль фильмы өсөн бирелде.(Рәсәй).

“Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” махсус призы «Мать» фильмы өсөн ( Монголия) Эрдэнэцэцэг Базаррагааға тапшырылды.

Мәҙәниәт министрлығы икенсе йыл рәттән үҙ бүләген тапшыра, быйыл махсус приз легендар йырсыбыҙ, ҡурайсыбыҙ Абдулла Солтановҡа бирелде «Песнь души» фильмы өсөн.

«Документаль фильмда ин яҡшы режиссер» номинацияһында «Физрук, золото и река» фильмы менән режиссер Аманбек Ажымат (Ҡырғыҙстан) еңеүсе булды.

Киләсәктә Башҡортостандың мәҙәниәтен сағылдырыусы кино барлығын бөтә донъя беләсәк. Фестиваль элекке СССР халыҡтары араһында яңы мәҙәни күперҙәр барлыҡҡа китерер тигән ышаныста ҡалайыҡ.
Бер быуат самаһы элек килеп ингән кино беҙҙең тормошта һаман да үҙенең әһәмиәтен юғалтмай, кешенең зиһенен һәм хис-тойғоһон биләүҙән туҡтамай.

Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb