Өфөлә Аксаков премияһына эштәр ҡабул ителә башланы

Өфөлә Аксаков премияһына эштәр ҡабул ителә башланы

Өфө ҡала советы хәбәр итеүенсә, Өфөлә Аксаков премияһына эштәр ҡабул ителә башлаған.  Конкурстың талаптары буйынса бәйгелә юғары һәм урта уҡыу йорттары студенттары ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.

 Ғилми-ижади эштәр 1 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Конкурста еңгән юғары уҡыу йорто студенттарына – 10, урта уҡыу йортонда белем алыусыларға 8 мең һум күләмендә премия тапшырыу ҡаралған. Сентябрь айында Халыҡ-ара Аксаков байрамы барышында лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы үтәсәк.

Мәғлүмәт өсөн: Сергей Тимофеевич Аксаков — Өфө ҡалаһында тыуған танылған урыҫ яҙыусыһы, дәүләт эшмәкәре, әҙәбиәт һәм театр тәнҡитсеһе.

Аксаков Сергей Тимофеевич улы 1791 йылдың 20 сентябрҙә Өфөлә тыуған.

Бала сағы Өфөлә һәм Ырымбур губернаһы Боғорослан өйәҙендә нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән Яңы Аксаков имениеһында (Ырымбур өлкәһе Боғорослан районы Аксаков ауылы) үтә.

Уның әҫәрҙәренә мемуар теүәллек, көнкүреште тәнҡитле һүрәтләү, хикәйәләүҙең ябайлығы һәм тәбиғилеге хас. Яҙыусының ҡабатланмаҫ стилен билдәләгән «Буран» (1834) очеркы Аксаков 30‑сы йылдарҙың әҙәби тормошо өсөн ҙур ваҡиға була. Очерк артабанғы «Балыҡ ҡармаҡлау хаҡында яҙмалар» (Записки об уженье, 1847), «Ырымбур губернаһының мылтыҡлы һунарсыһы яҙмалары» (Записки ружейного охотника Оренбургской губернии, 1852), «Төрлө һунарҙар хаҡында һунарсы хикәйәләре һәм хәтирәләре» (Рассказы и воспоминания охотника о разных охотах, 1855) һәм тәбиғәт тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙең прологы булып тора. Аксаков мираҫында төп урынды «Ғаилә йылъяҙмаһы» (Семейная хроника, 1856) һәм «Багров ейәненең балалыҡ йылдары» (Детские годы Багрова-внука, 1858; Н.Иҙелбай, Я.Найманов, Ф.Рамаҙанова тәржемәһе, 1959) автобиографик повестары биләй, унда автор, Багровтар ғаиләһенең өс быуыны тарихына таянып, XVIII быуат аҙағында алпауыттар көнкүрешенең киң панорамаһын тергеҙә, крепостной тәртиптең боҙоҡлоғон күрһәтә. Уның әҫәрҙәренең теле йәнле һөйләү телмәренең сағыулығы, ябайлығы һәм тасуирилығы менән айырылып тора. Аксаков ысынбарлыҡты уның матдилығында, ғәҙәтилегендә сағылдыра.

Аксаков иҫтәлегенә Өфөлә Аксаков халыҡ йорто төҙөлгән, яҙыусының йорт-музейы асылған. Әҙиптең исеме Өфөнөң иң боронғо ҡала баҡсаларының береһенә, киң танылған исемендәге шифаханаға, Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Күмертау, Мәләүез, Октябрьский ҡалалары һәм республикалағы ҡайһы бер ауыл урамдарына бирелгән.

Өфөлә һәм Башҡортостандың Бәләбәй районы Надеждино ауылында Аксаковҡа һәйкәлдәр ҡуйылған. Уның исемендәге премия, Аксаков фонды булдырылған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb