Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, популяр йырсы Альберт Салауатов "Мин бәхеткә йырлы юлдан килдем" исемле юбилей концертына саҡыра.
Тамашала уның ижадташ дуҫтары Азамат Тимеров, Алһыу Бәхтиева, Вилдан Яруллин, Заһир Иҫәнчурин, Хәлил Ишбирҙин, Азат Йыһаншин, Айтуған Дәүләткирәев, Венер Абдуллин, Нәғим Нурғәлин, Айбулат Рәхмәтуллин һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының барлыҡ ижади составы ҡатнаша.
Концерт 15 октябрҙә киске сәғәт 7-лә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк.