Өфөлә Алмас Шаммасовтың яңы китабы донъя күрҙе

Өфөлә Алмас Шаммасовтың яңы китабы донъя күрҙе

Яңы 2017 йыл алдынан шағир Алмас Шаммас әҙәбиәт һөйөүселәргә бүләк эшләне. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә уның өсөнсө «Өй түбәмдә күгәрсендәр» исемле яңы китабы донъя күрҙе. Унда авторҙың яңы шиғырҙары һәм беренсе эре әҫәре «Трагедия современника» поэмаһы ингән.

Поэманың исеме үҙ-үҙен һөйләй – ул беҙҙең замандағы йәш геройҙың образын аса. Уҙған быуаттың 80-се йылдар аҙағынан алып беҙҙең көндәргә тиклем тарихи киҫәкте үҙ эсенә ала, автор үҙ тиҫтеренең, үҙе билдәләүенсә дуҫы һәм иптәшенең тормош юлын асып һала. Поэма үҙенең ғәҙәти булмаған алымы менән ҡыҙыҡлы. Ул 16 өлөштән, шулай уҡ инештән һәм йомғаҡлауҙан тора, уларҙа автор уҡыусыға мөрәжәғәт итә. Һәр өлөшө айырым бер сюжетҡа арналған һәм теүәл үҙаллы шиғри әҫәр булараҡ сығыш яһай ала. Автор һәр эпизодта ниндәйҙер айырым деталде, теманы аса, үҙенсәлекле фекер һала.

Поэма дәүләттең йәмғиәт тормошондағы роле, эре тарихи ваҡиғаларҙың (Советтар Союзының тарҡалыуы) халыҡтар һәм айырым кеше яҙмышындағы мәғәнәһе, милләтселек һәм динһеҙлек, ҡурҡыулыҡ һәм хыянатлыҡ кеүек хәҙерге замандың көнүҙәк проблемаларын күтәреп сыға. Һәр кеше алдында торған әхлаҡи һайлау мәсьәләләре бик киҫкен ҡуйылған. Әҫәрҙең төп геройы иң ауыр – дөрөҫ, намыҫлы юлды һайлай. Был уны фажиғәле ахырға килтерә, сөнки совет дәүере урынына килгән, яңы әхлаҡһыҙ донъя сирҙәре менән зарарланған йәмғиәт геройҙың романтизм һәм эскерһеҙлек, максимализм һәм намыҫлылыҡ кеүек һыҙаттарын ҡабул итмәй. Ул барып эләккән йәмғиәт уның ҡыйыулығын ҡурҡыта, сөнки ул төрлө енәйәтселәрҙең юлында ҡаршылыҡ булып тора.

«Уҡыусының автор һәм уның геройҙары менән бергә уйлауы, әҫәрҙең фекере тулыһынса әйтелеп бөтмәй һәр кешегә фекер йөрөтөргә мөмкинлек биреү мөһим, – тип һөйләй үҙе Алмас Шаммас. – Хәҙерге заман уҡыусыһы уйлап бармай, уға барыһын да сәйнәп биргәнде көтә. Ҡабул итеү өсөн ниндәйҙер еңелде, илап йәки көлөп алырға, йәки интеллектуаль ауырҙы, ултырып баш ватырлыҡты ҡарай. Ә әҙәбиәт көсләп уйлата башларға тейеш. Тик шулай ғына ул кешегә кеше булып ҡалырға ярҙам итәсәк. Сөнки фекерләмәү – ул вайымһыҙ булыуҙы аңлата, кешенең кешелеклеген туҡтата. Мин поэмала ла, башҡа бөтә әҫәрҙәремдә лә барыһын да әйтеп бөтөрмәҫкә тырышам. «Өй түбәмдә күгәрсендәр»  поэмаһында уҡыусының минең авторҙашым булыуын теләйем, үҙе уйлап, ижад иткәндә мин тойғандарҙы тойһон ине».

Ижадҡа ынтылыш Алмас Шаммасовҡа быуындан-быуынға күсеп килә. Ул 1987 йылда Өфөлә билдәле яҙыусы һәм журналист Рауил Шаммасовтың ғаиләһендә тыуа. Алмастың әсәһе яғынан олатаһы танылған шағир-фронтовик Яҡуп Ҡолмой.

Һигеҙ йәшенән алып яҙыша һәм эштәрен баҫтыра. 2004 йылда М.Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейын алтын миҙалға һәм 2009 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филология һәм журналистика факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай.

Университетта уҡыған йылдарҙа бер нисә йыл рәттән Мостай Кәрим һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты исемендәге стипендиаты була. 2006 йылда «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестиваленең «Рус түгелмен, ләкин россиян мин...» номинацияһы еңеүсеһе.

Төрлө йылдарҙа «Истоки» гәзитендә хәбәрсе, «Ватандаш» журналында бүлек мөхәррире булып эшләй. 2008-2010 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының яуаплы секретары. 2009-2013 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы ассистенты, ошо уҡ университеттың башҡорт филология һәм журналистика факультетында декан урынбаҫары. 2012 йылдан алып – дәүләт хеҙмәтендә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтендә. Әлеге ваҡытта – республика Башлығының өлкән референты. Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы.

Сығанаҡ: http://www.bashinform.ru/bash/940789/#ixzz4VEGmho7e

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb