Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы «Ғәли Соҡоройҙоң ижади мираҫы» тип аталған үҙенсәлекле күргәҙмә ойошторҙо. Уны асыу тантанаһы 5 февралдә Мәжит Ғафуриҙың мемориал йорт-музейында үтте.
Ғәли Соҡорой – хәҙерге Тәтешле районының Иҫке Соҡор ауылында тыуып үҫкән билдәле шағир, ғалим-мәғрифәтсе һәм дин әһеле Мөхәмәтғәле Ғәбдессәлих улы Кейековтың псевдонимы. Ул бай һәм төрлө мәҙәни мираҫ ҡалдырған. Ижады тиҫтәләгән баҫма китапты һәм йөҙгә яҡын һаҡланып ҡалған ҡулъяҙманы үҙ эсенә ала. Мөһим хеҙмәттәренең ҡайһы берҙәре: «Фосули еҙбәға» шиғырҙар йыйынтығы, «Мәҙхи Ҡазан» һәм «Шәмғ аззия» китаптары – мәғрифәт, мәҙәни эволюция һәм наҙанлыҡ тәнҡите тураһында тәрән уйланыуҙар менән һуғарылған.
Ғәли Соҡоройҙоң «Тәуарихи Болғар» һәм уның улы, шағир Ғарифулла Кейековтың «Дастан-и сыбъян» тигән ҡулъяҙмаларының күсермәләре күргәҙмәнең үҙенсәлеге булып тора. Уларҙың төп нөсхәләре Санкт –Петербургта Рәсәй академияһының Көнсығыш ҡулъяҙмалары институтында һәм Ҡазан (Волга буйы) федераль университетының Н.И. Лобачевский исемендәге фәнни китапханаһында һаҡлана.
БР Милли әҙәбиәт музейы был күсермәләрҙе филология фәндәрере докторы, Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты Миңлеғәле Нәҙерғоловтың кәңәше буйынса шағир-мәғрифәтсенең 195 йыллығына ҡарата эшләтеп алған. Профессор үҙе Ғәли Соҡоройҙоң ижадын индәй шарттарҙа өйрәнә башлауы һәм ҡулъяҙмаларҙы уҡығанда ниндәй ауырлыҡтарға осрауы хаҡында ентекле һөйләне. Филология фәндәре кандидатов, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлеге мөдире Гөлнара Абдрафиҡова Ғәли Соҡоройҙоң улы Ғарифулла Кейековтың «Ғәйнә АР-риза» китабы хаҡында һөйләне. Ул шулай уҡ ошо китапты БР Милли әҙәбиәт музейы фондына тапшырҙы.
Ғәли Соҡоройҙоң фотоһүрәттәре һаҡланмаған, йәмәғәтселеккә билдәле портреты уның улының фотолары буйынса төшөрөлгән. Шуны иҫәпкә алып, БР Милли әҙәбиәт музейы рәссамы Рушан Котлоғәлләмов мәғрифәтсе портретына үҙенсә эшкәрткән, ул рәсем шулай уҡ күргәҙмәгә ҡуйылған.
БР Милли әҙәбиәт музейының баш һаҡлаусыһы Гөлнур Ҡорманаева сараға килеүселәрҙе экспозиция менән таныштырҙы.
Күргәҙмә Мәжит Ғафуриҙың мемориал йорт-музейында 25 февралгә тиклем эшләйәсәк.
Фотолар авторы: Хаят Сабитова.