10 декабрҙә Рәсәй китапхана ассоциацияһының мәғлүмәти ярҙамы менән Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы төбәк-ара ҡатнашлығында «Башҡорт әҙәбиәте һәм башҡорт китабы: новаторлыҡ һәм традициялар» икенсе әҙәби уҡыуҙарын уҙғара. Сара Башҡорт теле көнөнә ҡарата ойошторолдо.
2023 йылдың декабрендә тәүге уҡыуҙар белгестәрҙә, уҡыусыларҙа, ғалимдарҙа һәм яҙыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Икенсе әҙәби уҡыуҙар башҡорт әҙәбиәтенең хәҙерге торошо һәм хәҙерге әҙәбиәт ғилеменең мөһим мәсьәләләрен, китапханаларҙа уҡыусылар һәм авторҙар менән эшләүҙең элекке һәм яңы формаларын ҡулланыу тәжрибәһен тикшереүгә арнала.
Конференция программаһына Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәрҙәренең, Бәләбәй, Кушнаренко, Хәйбулла райондары китапханасыларының сығыштары индерелгән. Милли әҙәбиәтте үҫтереү буйынса тәжрибәһе менән Ханты-Манси автономиялы округы Нижневартовск ҡалаһының үҙәкләштерелгән китапхана системаһынан, Черноземье районынан, Ырымбур өлкәһенән хеҙмәттәштәре уртаҡлашасаҡ.
Төп докладсылар – филология фәндәре докторы, Тарих, тел ғилеме һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт ғилеме бүлегендә төп ғилми хеҙмәткәр Гөлнур Нәбиуллина һәм филология фәндәре кандидаты, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ғилми-методик бүлегенең баш методисы Рита Алсынбаева.