Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа

Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа

23 ғинуар Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында XIX быуат башҡорт әҙәбиәтенең күренекле вәкиле, шағир, ғалим-мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған «Урман башҡорто» исемле әҙәби-музыкаль кисә уҙа.

Был кисә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Тәтешле районы хакимиәте тарафынан ойошторолған һәм шағирҙың тыуған ере – Тәтешле районында башланған юбилей сараларының бер өлөшө булып тора.

Ғәли Соҡорой – башҡорт әҙәбиәте тарихында ҡабатланмаҫ тәрән эҙ ҡалдырған, үҙ заманының алдынғы ҡарашлы мәғрифәтсеһе һәм күренекле дин әһеле дәрәжәһендә оло ихтирам яулаған тарихи шәхес. Уның ғәйәт бай, үҙенсәлекле һәм ҡатмарлы әҫәрҙәре милли һүҙ сәнғәте үҫешендә оло бер осор, яңы баҫҡыс булып тора.

Шағирҙың ижадына тормошсанлыҡ, донъяуи дөрөҫлөк, мәғрифәтселек һәм дини әҙәбиәткә ҡыйыу мөрәжәғәт итеү, шулай уҡ суфыйсылыҡ элементтары хас. Шул уҡ ваҡытта уның шиғриәтендә, сәсмә әҫәрҙәрендә милли тойғо, башҡортлоҡ рухы көслө сағыла. Ике быуат элек ижад иткән башҡорт мәғрифәтсеһенең берҙәмлеккә, белемгә, рухи үҫешкә өндәгән һүҙҙәре әле лә көнүҙәк.

Ғәли Соҡорой (Мөхәмәтғәли Ғәбделсалих улы Кейеков) 1826 йылда Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылында тыуған. Атаһының мәҙрәсәһендә башланғыс белем алғандан һуң, Мөхәмәтғәли Бөрө, Уса, Минзәлә һәм Бәләбәй өйәҙҙәрендәге биш мәҙрәсәлә уҡый. Заманында данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһен тамамлай.

«Китер булдым илдән сығып уҡырға, Ғилем эстәп ҡайтайым тип Соҡорға», – тип яҙған үҙенең бер шиғырында Соҡорой. 1852 йылда ул тыуған ауылына әйләнеп ҡайта һәм ғүмеренең аҙағынаса шунда йәшәй. Үҙенең «Манзумати Ғәлийә» («Ғәлиҙең назымдары») исемле ҡулъяҙма китабында: «Беҙ урман башҡорто буламыҙ. Игенсе улы – игенсе, крәҫтиән улы крәҫтиәндер. Беҙҙең төп шөғөлөбеҙ – урман әрсеп, бесәнлек вә игенлек яһамаҡтыр», – тип яҙа ул.

Республикабыҙҙа Ғәли Соҡоройҙоң яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү, ижадын өйрәнеү буйынса маҡсатлы эштәр башҡарыла. Шағирҙың киләсәк быуындарға ҡалдырған бай әҙәби мираҫы ғалимдар, әҙәбиәтселәр тарафынан ентекләп өйрәнелә, нәшер ителә, уның әҫәрҙәре уҡыу программаһына индерелгән. Ҡулъяҙмалары, китаптары, шиғырҙары архив материалдарында тупланып, китапханаларҙа урын алды. Тыуған ауылы Иҫке Соҡорҙа мәсет, Үрге Тәтешлелә башҡорт гимназияһы, үҙәк урамдарҙың береһе уның исемен йөрөтә, музейы эшләй.

«Урман башҡорто» тип аталған әҙәби-музыкаль кисәлә республиканың танылған сәхнә йондоҙҙары, күренекле тел белгестәре һәм Тәтешле районының үҙешмәкәр коллективтары ҡатнашасаҡ.

Инең бушлай. 6+.

Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb