Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында ике томлыҡ «Башҡорт яҙма әҙәбиәте. Антология» китабының исем туйы уҙҙы. Йыйынтыҡты Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары: фирлология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премия лауреаты Мирас Иҙелбаев һәм филология фәндәре кандидаты, доцент Зәкиә Мырҙағолова тәҡдим итте.
«Башҡорт әҙәбиәте V быуаттағы мәҙәни-әҙәби традицияларға барып тоташа. Студенттарҙың боронғо төрки телендә яҙылған текстарҙы уҡыу мөмкинлеге, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ. Шуға күрә бай әҙәби мираҫты башҡорт теленә тәржемә итеү һәм халыҡҡа еткереү – мөһим һәм кәрәкле эш. Иң яҡшыһы – әҫәрҙәрҙе халыҡтың туған башҡорт телендә еткереү», - ти Мирас Хәмзә улы
Антологияның I томы баҫылып сыҡҡан, II томы быйыл майҙа донъя күрергә тейеш. Тәүге томда боронғо һәм урта быуаттарҙағы төрки-башҡорт яҙма ҡомартҡылары тупланған. Баҫма «Боронғо осорҙағы төрки әҙәбиәте», «Болғар осорондағы төрки-башҡорт әҙәбиәте», «Ҡыпсаҡ осоро әҙәбиәте», «Боронғо һәм урта быуаттарҙағы дөйөм төрки дидактик әҙәбиәте» бүлектәрен үҙ эсенә ала, шулай уҡ аңлатмалар бирелгән.
Исем туйында билдәле ғалимдар: Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре Рәшит Аҡкөбәков, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы профессоры Гөлфирә Гәрәева, шул уҡ кафедра доценты Илшат Янбаев, фән кандидаты Фәнилә Әбелғужина – ҡатнашты. Шулай уҡ «Башҡорт яҙма әҙәбиәте» антологияһын нәшер итеүҙе үҙ өҫтөнә алған бағыусы, йәмәғәт эшмәкәре Артур Иҙелбаев та булды.
Исем туйының тураф эфир яҙмаһын ошо һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: