Өфөлә «Башҡортостан бында башлана…» исемле кисә үтәсәк

Өфөлә  «Башҡортостан бында башлана…» исемле кисә үтәсәк

2017 йылдың 3 ноябрендә Өфөнөң Конгресс - холл бинаһында «Башҡортостан» гәзитенең 100 йыллығына арналған «Башҡортостан бында башлана…» исемле кисә үтә.

Байрам кисәһендә баҫмаға төрлө йылдарҙа етәкселек иткән баш мөхәррирҙәр, журналистар, яҙыусылар, хеҙмәттәштәр сығыш яһаясаҡ.

 “Башҡортостан” гәзите- Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт телендә Өфө ҡалаһында нәшер ителә. Гәзитте ойоштороусылар —Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.

Баҫма республиканың район һәм ҡалаларындағы көндәлек ижтимағи-сәйәси хәлдәрҙе яҡтырта, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте  һәм әҙәбиәте буйынса материалдар сығара, шулай уҡ башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәренән төрлө характерҙағы материалдарҙы даими биреп бара. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары һәм ҡыҙҙары тураһында очерктар һәм һүрәтләмәләр һәр ваҡыт донъя күрә. Бынан тыш гәзиттә көнитмештең төрлө яҡтарына ҡағылған һәм сәнәғәт, иҡтисад, хоҡуҡ, әхлаҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, тирә-яҡ мөхит, спорт өлкәләрен яҡтыртҡан һәм башҡа темаларға ла, уҡыусылар хаттарына ла күпләп урын бирелә.

1917 йылдың июнендә Ырымбурҙа «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире» тигән исем аҫтындағы гәзиттең тәүге һаны донъя күрә. Июлдән ул «Башҡорт» тип үҙгәртелә. 1918 йылдың мартында Башҡортостандың Ваҡытлы революция советы «Башҡортостан» гәзитен сығара. Ошо ике гәзит «Башҡортостан»дың нигеҙен тәшкил итә. 1919 йылдан ул Стәрлетамаҡта «Башҡортостан хәбәрҙәре» тигән исем аҫтында баҫыла. 1922 йылдан «Башҡортостан» Өфөлә башҡорт һәм татар телдәрендә сыға. 1924 йылдың авгусынан башҡортса ғына баҫыла башлай. 1929 йылдан ул көндәлек гәзиткә әүерелә. 1937 йылда «Ҡыҙыл Башҡортостан», 1951 йылда «Совет Башҡортостаны» тип үҙгәртелә. 1968 йылда баҫма Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1990 йылдан гәзиттең хәҙерге исеме республиканың социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси, мәҙәни, фәнни, спорт тормошон сағылдыра. Бөгөн «Башҡортостан» - редакция хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы, гәзит уҡыусыларының, үҙ хәбәрселәрҙең әүҙемлеге ярҙамында аҙнаһына биш тапҡыр утыҙ өс мең тираж менән баҫыла. Гәзитте егермеләп рубрика, тиҫтәнән ашыу махсус бит ҡыҙыҡлы һәм фәһемле итә. «Башҡортостан» гәзите рухи хазина булараҡ үҙ исеменә һәм есеменә тап төшөрмәй. Уны республиканың барлыҡ ҡала һәм райондары халҡы уҡый, күрше өлкәләр ҙә алдыралар. Гәзиттең тиражы йылдан-йыл тотороҡло һаҡлана. Кисә Конгресс – холл бинаһында киске сәғәт 7-лә башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb