16 ноябрҙә Өфәләге «Башҡортостан» дәүләт концерт залында күренекле Рәсәй һәм Башҡортостан ғалимы, Башҡортостандың халыҡ сәсәне, филология фәндәре докторы Розалиә Солтангәрәеваның юбилейына бағышланған «Яҡшылыҡнуры» исемле театрлаштырылған тамашаһы уҙҙы.
Кисәнең программаһы башҡорт халҡының бөйөк «Урал батыр» эпосына нигеҙләнгәйне. Сәхнәлә Ваҡыт һәм Тарих араһында кешенең тәғәйенләнеше, әхлаҡи ҡиммәттәре һәм башҡорт халҡының киләсәге тураһында шиғри-фәлсәфәүи бәхәс башланды. Ниндәй көс донъяға ярҙам итә ала? Хаос һәм асыуға нимә ҡаршы тора? Был һорауҙарға яуаптарҙы тамашасылар йырҙарҙа, эпоста һәм ҡобайырҙарҙа тапты. Тамашаның режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов.
Юбилярға ҡотлау һүҙҙәре менән «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина сығыш яһаны. Ул Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаевтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе.
«Хөрмәтле Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы. Ошо мөһим көндә ижади юбилейығыҙ айҡанлы ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итегеҙ! Тормошоғоҙҙоң байтаҡ өлөшө башҡорт халҡының рухи хазиналарын – ауыҙ-тел ижадын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм телен өйрәнеүгә, һаҡлауға һәм популярлаштырыуға арналған. Һеҙ – меңәрләгән тыңлаусыны йыйыусы халыҡ сәсәне, ҡобайырҙарығыҙ дәүләт һәм йәмәғәт сараларында, фестивалдәрҙә һәм байрамдарҙа яңғырай. Тыуған ергә һөйөү менән һуғарылған әҫәрҙәрегеҙ башҡорт халҡының яҙмышын сағылдыра. Ижадығыҙ башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, милли үҙаңды һәм рухи берҙәмлекте нығытыуға хеҙмәт итә», – тиелгән ҡотлау хатында.
«Яҡшылыҡ нуры» тамашаһына юбилярҙың ижади һәм ғилми эшмәкәрлеге буйынса яҡын дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениелары етәкселәре, халыҡ сәсәндәр мәктәбе уҡыусылары, шулай уҡ республиканың төрлө ҡала-райондарынан башҡорт эпосын һәм милли мәҙәниәтен үҙ итеүселәр йыйылды. Тантанала юбилярҙың яҡташтары, Әлшәй, Дәүләкән һәм Шишмә райондарының мең ырыуы вәкилдәре лә булды.