Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваға мемориаль таҡтаташ асылды

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваға мемориаль таҡтаташ асылды

Иҫтәлекле таҡтаташ Революция урамында 1977 йылдан алып 2021 йылға тиклем Башҡортостандың халыҡ шағиры, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, «Аҡбуҙат» балалар журналын ойоштороусы һәм уның беренсе баш мөхәррире, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Факиһа Туғыҙбаева йәшәгән йортҡа ҡуйылды.

«Факиһа Туғыҙбаева ҙур тормош һәм ижад юлын үтте, Башҡортостан әҙәбиәтен һәм журналистикаһын үҫтереүгә тос өлөш индерҙе. Уның әҫәрҙәре дәреслектәргә индерелде, был иһә әҫәрҙәренең юғары кимәлдә булыуы хаҡында һөйләй. Ул әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә булды, замандаштары уны яҡшы белә», — тип билдәләне Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең бүлек етәксеһе Салауат Дәүләтшин әйтеүенсә, Факиһа Һаҙый ҡыҙының ижады — халыҡҡа хеҙмәт итеү. Иҫтәлекле таҡтаташ баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарының шағирәгә ихтирам белдереү урыны булыр, тине  ул.

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев уның Башҡортостан шиғриәтенең лиро-эпик жанры үҫешенә индергән өлөшөн юғары баһаланы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев шағирәгә бағышлау уҡып ишеттерҙе, балалар әҙәбиәтенә лайыҡлы өлөш индергәнен билдәләне.

Мостай Кәрим исемендәге фондтан драматург, Башҡортостандың Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева сығыш яһаны. Фонд артабан да шағирҙарҙың ижадын пропагандалау эшен дауам итер, тине ул.

«Аҡбуҙат» республика балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина Факиһа Туғыҙбаеваға «Аҡбуҙат» журналы һәм республикала башҡорт телендәге балалар журналистикаһын үҫтергән өсөн рәхмәт белдерҙе.

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваға мемориаль таҡтаташ асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb