Өфөлә «Башҡортостандың йәш киноһы» икенсе республика фестивале уҙасаҡ. 21 февралдә баш ҡаланың «Родина» кинотеатрында Өфөнөң башланғыс кинематографсыларының тәүге картиналары күрһәтелә. Тамашасылар Башҡортостандың һәләтле йәш кинорежиссерҙары, республика һәм Рәсәй кинофестивалдәре еңеүселәре менән аралаша аласаҡ. Фестивалгә килеүселәргә йәмғеһе биш ҡыҫҡа метражлы фильм тәҡдим ителәсәк. Бөтә фильмдар ҙа кинотеатрҙың Ҡыҙыл залында бушлай күрһәтеләсәк, тип хәбәр итте Өфөлә МакГаффин исемендәге кино мәктәбе етәксеһе Гөлфиә Шәрипова.
Программала: режиссер Рөстәм Шәйхутдиновтың («Яратам һине, Башҡортостан!» республика һәүәҫкәр фильмдар конкурсы еңеүсеһе, «Осҡон» башҡорт видеоһы фестивалендә 2-се урын яулаусы) «Йәтим»; режиссер Рүзил Нәсибуллиндың («Kinofest-2016» ҡыҫҡа метражлы кино фестивале ҡатнашыусыһы) «Терабайтник»; режиссер Константин Әнисимовтың («Kinofest-2016» ҡыҫҡа метражлы кино фестивале еңеүсеһе) «Тереләр һәм үлеләр»; режиссер Вадим Вәлиуллиндың («Кинотавр» ҡыҫҡа метражлы конкурс еңеүсеһе, «Короче 2016» фестивалендә «Иң яҡшы сценарий» номинацияһында еңеүсе) «Кредит» фильмдары.
Махсус фильмдар күрһәтеү сиктәрендә режиссер Фәрзәнә Үтәрбаеваның («Осҡон» башҡорт видеоһы фестивалендә «Ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы» номинацияһында еңеүсе) «Ҡырағай» картинаһы ҡуйыласаҡ.
Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Кинематографсылар союзы һәм берекмәнең Йәштәр үҙәге.