Өфөлә "Башҡортостандың яратҡан рәссамдары" проектының икенсе турына йомғаҡ яһалды

Өфөлә "Башҡортостандың яратҡан рәссамдары" проектының  икенсе турына йомғаҡ яһалды

31 ғинуарҙа "Башҡортостан" концерт залында"Башҡортостандың яратҡан рәссамдары" проектының икенсе турына йомғаҡ яһалды һәм республиканың һынлы сәнғәт өлкәһенең төп бүләге тапшырылды.

Наил Мәхмүтовтың "Башҡортостандың яратҡан рәссамдары" проекты менән интернет селтәре ярҙамында донъяның төрлө илдәренән ике миллион ярым кеше танышҡан.флә «Киң билдәлелек яулаған экспозиция төбәктең дүрт тиҫтәнән ашыу район-ҡалаһында сәхнәләрҙә һәм мәҙәниәт йорттарында күргәҙмәгә ҡуйылды.

Социаль проект профессиональ рәссамдар менән бер рәттән халыҡ араһынан сыҡҡан оҫталарҙы ла үҫтереү һәм донъяға танытыу маҡсатын ҡуя. Күркәм мәҙәни сараның бағыусыһы Василий Пеганов атаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Николай Пеганов исемендәге махсус премия булдырған. Халыҡ үҙ тауышын Сергей Мажар, Юрий Галиник, Георгий Калитов һәм Әмир Мәжитовҡа бирҙе.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb