3 июндә Өфөлә БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Кәшфелғилем Ғәҙелшинға мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтә.
Кәшфи Фәйрүш улы Ғәҙелшин 1918 йылдың 3 мартында Дүртөйлө районының Әкәнәй ауылында тыуған. Башҡорт театр-художество училищеһын тамамлағандан һуң, А.Н. Островский исемендәге Ленинград театр институтына уҡырға инә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген ҡыйғы колхоз-совхоз театры режиссеры, Башҡорт театр-художество училищеһында уҡытыусы булып башлай.
Кәшфи Ғәҙелшин 12 йыл ғүмерен Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына хеҙмәт итеүгә арнай. 1950 йылдарҙың аҙағында актер булып эшләй, 1960 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры режиссеры була. Башҡортостан һәм Татарстан республикалары телевидениеһын ойоштороуҙа ҡатнаша.
«Кәшфи Фәйрүш улы тормошто һөйҙө, бойоға белмәне. Кәшфи Фәйрүш улы ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем ҡурсаҡ театрына тоғро булып ҡалды һәм коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашты», - тип һағынып һөйләйҙәр уның хаҡында Өфө дәүләт ҡурсаҡ театрында.
Мемориаль таҡтаташты асыу тантанаһы көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 122.