Өфөлә “Бейеү биҙәктәре” Бөтә Рәсәй фестивале үтәсәк

Өфөлә “Бейеү биҙәктәре” Бөтә Рәсәй фестивале үтәсәк
Башҡала йәнә Рәсәй киңлегендә үткәрелгән байрам майҙанына әүереләсәк.

Был юлы Өфө Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең “Бейеү биҙәктәре” фестивалендә ҡатнашыусыларҙы ҡаршы ала. Байрам саралары 4-6 ноябрь көндәре Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда (Кустарная,17) үтәсәк.

Фестивалде ойоштороусылар: Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең үҙәк идаралығы, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡорт республика ойошмаһы, «Рәсәйҙең милли Парадельфий комитеты», Республика халыҡ ижады үҙәге.

Конкурс программаһында үҙешмәкәр хореография коллективтары, бейеүсе парҙар, дуэттар һәм Төмән, Пермь, Силәбе, Мурманск, Архангель өлкәләре, Краснодар крайы бейеүселәренең ҡатнашыуы көтөлә.

 Республикабыҙ данын «Аллегро» бал бейеүҙәре һәм « Движение души» хореография коллективтары яҡлаясаҡ.

Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең «Танцевальные узоры» (“Бейеү биҙәктәре”) фестивале түбәндәге адрес буйынса уҙғарыла: Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17.

Барлыҡ һорауҙар һәм мөрәжәғәттәр өсөн телефон 8 (347) 273-19-41, 272-86-61.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb