Фестиваль икенсе йыл рәттән үткәрелә һәм үҙ-ара мәҙәни ҡиммәттәр менән алмашыуға, дуҫлыҡ һәм тыныслыҡ хаҡына кешеләрҙе берләштереүгә йүнәлтелгән, уларға бер телдә - хореография телендә һөйләшергә мөмкинлек бирә.
«Бейеү - халыҡ күңеле» - Фәйзи Әҙеһәм улының ҡанатлы һүҙҙәре һәм ул фестивалдең исеменә бик тап килә. Рәсәй - ҙур ил, һәр төбәктең үҙенең йолалары бар һәм был фестиваль - илебеҙҙең данлы коллективтарының бай мәҙәниәтен күрһәтеү өсөн шәп мөмкинлек.
Фестиваль 2024 йылдың мөһим ваҡиғаһы буласаҡ. Быйыл Фәйзи Ғәскәров ансамбленә 85 йыл тула. Әлеге ваҡытта Фәйзи Ғәскәров исемен йөрөткән коллектив - уның ҡабатланмаҫ ижади мираҫын һәм ғәскәровсылар стилен, ҡаҙаныштарын, ансамблдең тарихында тупланған тәжрибәһен һаҡлап ҡалыусы бейеү театры. Коллектив башҡорт халҡының традицияларын ҡәҙерләп һаҡлай, бейеү сәнғәтен үҫтереү һәм сәскә атыу хаҡына тамашасыға Рәсәй һәм донъя халыҡтарының киң бейеү палитраһын тәҡдим итә.