Өфөлә "Боронғо Ҡөрьән биттәре" исемле күргәҙмә асылды

Өфөлә "Боронғо Ҡөрьән биттәре" исемле күргәҙмә асылды

Кисә, 4 октябрҙя Өфөлә "Боронғо Ҡөрьән биттәре" исеме аҫтында күргәҙмә асылды. Мосолман халыҡтарының тарихи, мәҙәни, рухи ҡомартҡыларын тикшереү һәм популярлаштырыу йүнәлешендә асылған был күргәҙмә.

18 быуат тарихи ҡомартҡыһының беҙҙең көндәргәсә һаҡланыуын мөғжизәгә тиңләргә мөмкин. Изге китап башта янғынға эләккән була, уға 1820 йылда реставрация яһала. Ҡөрьәндең һәр бите алтын менән ялатылған кеүек, һары төҫтә, рәссамдар тарафынан тәүге туғыҙ сүрә биҙәлгән. Шулай уҡ Дағстандан килтерелгән экспонатты ла Николай Ильницкий ҡәҙерләп һаҡлай.

Николай Ильницкийҙың ҡиммәтле коллекцияһы менән Өфөләр ҙә таныша ала. Баш ҡала сауҙа һәм күңел асыу үҙәктәренең береһе "Боронғо Ҡөрьән биттәре" күргәҙмәһе ойоштороуға бушлай майҙандар бүлә. Бында төрлө йылдарҙа күсереп яҙылған изге китаптағы сүрә-аяттарҙан галерея булдырылған. Иң ҡәҙерле экспонаттар - 11 быуатта Испания биләмәһендә пергаментта яҙылған изге юлдар.

Изге Ҡөрьән йортонда каллиграфия проблемаларын өйрәнеү буйынса халыҡ-ара кимәлдә конференциялар, форумдар, семинарҙар ойоштороу ҙа планлаштырыла.

Экспонаттар араһында уҙған быуаттарҙан һаҡланған ювелир биҙәүестәр, тәңкәләр ҙә бар. Шулай уҡ ғәрәп һүҙҙәре яҙылған ҡылысты ла ҡулда тотоп ҡарарға мөмкин. Башҡортостандың билдәле рәссамдары музейҙы картиналары менән дә тулыландырған.

"Боронғо Ҡөрьән биттәре" күргәҙмәһе тиҙҙән донъя буйлап сәйәхәткә сығыуы ихтимал. Әлегә Мәскәү, Ҡазан һәм Ҡырымдан саҡырыуҙар ҡабул ителгән. Ойоштороусылар билдәләүенсә, изге йорт даими рәүештә тарихи ҡомартҡылар менән дә байытылып торасаҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb