Өфөлә данлыҡлы актёр һәм педагог Илшат Йомағоловтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе уҙҙы

Өфөлә данлыҡлы актёр һәм педагог Илшат Йомағоловтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе уҙҙы

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүдәт академия драма театрында Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, драматург, педагог Илшат Йомағоловтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған “Йондоҙҙар төнөн һөйләшә...” тигән хәтер кисәһе уҙҙы.

Башҡорт милли театр сәнғәтен һәм драматургияһын үҫтереүгә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхескә арналған кисәнең сценарий авторы – Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмзиә Хисамова, режиссеры – билдәле кинорежиссер, актер Айсыуаҡ Йомағолов.

Хәтер кисәһе Илшат Йомағолов Бейеш ролен башҡарған “Халҡым һағышы” фильмы менән башланды. Әйткәндәй, фильмдың режиссеры – уның курсташы Әмир Абдразаҡов. Илшат Хәлил улының А. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтында (ГИТИС) бергә уҡыған башҡа курсташтары – Марат Солтанов, Хәмит Яруллин, Роза Кәримова, Гөлли Мөбәрәкова, Зинира Атнабаева, Муллаян Сөйәрғолов исемдәре лә был кистә иҫкә алынды. Данлы “гитис”сылар исеменән профессор, педагог һәм режиссер Фәрдүнә Ҡасимова һүҙ тотто һәм матур иҫтәлектәре менән бүлеште.

Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Әхтәм Абушахманов, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты театр факультетының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы мөдире, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, профессор Таңсулпан Бабичева күренекле актер тураһында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Күптән түгел генә Илшат Йомағолов исемен алған Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының художество етәксеһе Илһам Рәхимов, артистар Рима Ғәлиуллина, Кинйәбикә Исламғолова, Физәлиә Рәхимова, Зөлфиә Хәлилова Илшат Хәлил улының Стәрлетамаҡ театрын асыуға күп көс һалыуы, йәш көстәрҙе театрға саҡырыуы тураһында һөйләне һәм артабан да бөйөк шәхестең исемен йөрөтөүсе театр репертуарында уның сәхнә әҫәрҙәре мотлаҡ ҡуйыласағы тураһында белдерҙе.

Илшат Йомағолов артистар өсөн яратҡан педагог булып та иҫтә ҡалған. Ул уҡытҡан курс уҡыусылары исеменән кисәлә Рәмзиә Хисамова, Рафаэль Шафиҡов, Әхәт Хөсәйенов һүҙ әйтте, нәҡ остаздарының театрға булған һөйөүе уларға ла күсеүе тураһында һөйләнеләр. Рәмзиә Хисамова Илшат Хәлил улының уҡыусыһы ғына түгел, ә тормош юлдашы ла булып китә.

“Башҡаларға ҡарағанда миңә Илшат ағай менән нығыраҡ аралашыу бәхете тейҙе. Ул башкөллө ижадсы булды, төндәр буйы яҙыша, көндәр буйы образдар өҫтөндә эшләй ине, йәнен театрға, сәнғәткә арнаған шәхес булды”, – тип бергә йәшәгән йылдары тураһында һөйләне ул.

Уҡыусылары Илшат Хәлил улын яратып “Сибәр ағай” тип йөрөткән:

“Сибәр ағайыбыҙҙың уҡытҡан уҡыусылары ла талантлы булды. Уҡыусыларының иң күп өлөшө төрлө театрҙа артист булып эшләне, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Илшат Йомағолов тигән сибәр артисты яҡты хәтирәләр менән күңелдәрҙә һаҡларбыҙ”, – тип тамамланы сығышын Әхәт Рәхмәтулла улы.

Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Илсөйәр Ғәзетдинова Илшат Хәлил улын актер булараҡ иҫкә алып үтте, бергә уйнаған спектаклдәре, актерҙың билдәле образдары тураһында әйтеп, “Илшат ағай шундай бөйөк актер ине, ул уйнаған ролдәрҙе уйнарға һәр артист хыяллана”, – тип билдәләне.

Эйе, күп уйнай Илшат Йомағолов сәхнәлә, уның киң билдәле ролдәре: Макбет (У.Шекспир, “Макбет”), Прометей (М.Кәрим, “Ташлама утты, Прометей!”), Никита («Власть тьмы», Л. Н. Толстой), Протасов («Живой труп», Л. Н. Толстой), Треплев («Чайка», А. П. Чехов), Иванов («Иванов», А. П. Чехов), Закир («Ҡара йөҙҙәр», М.Ғафури), Аҡъегет («Ай тотолған төндә», М. Карим) һ.б.
Илшат Хәлил улы тәрән фекерле, төплө драматург та булған. Уның тәүге сәхнә әҫәре – “Нәркәс” трагедияһын халыҡ оҡшата һәм пьеса тиҙ арала билдәлелек яулай: төрлө фестивалдә, смотрҙа приздар, маҡтаулы исемдәр яулай. Хәҙер ул инде 50 йылдан ашыу сәхнәләрҙән төшмәй, рус һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән. Әҫәр "СССР халыҡтары драматургияһы” фестивалендә I дәрәжә дипломға лайыҡ була. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры репертуарында бер нисә ҡуйылышта уйналды.

Авторҙың “Семәрле тәхет” трагедияһы, “Юғалтыуҙар аша”, “Торналар ҡайта”, “Буш сәңгелдәк” драмалары ла әленән-әле театр сәхнәләренә ҡайта. Илшат Йомағолов геройҙарының телмәре халыҡ мәҡәлдәренә, тапҡыр һүҙҙәргә, әйтемдәргә ифрат бай. Хәтер кисәһендә тамашасыларға М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының “Мөхәббәт ҡоштары” (режиссеры – Ф.Ғарипов) һәм “Нәркәс” (режиссеры – И.Ғиләжев) спектаклдәренән өҙөктәр күрһәтелде.

Хәтер кисәһен актерҙар Артур Ҡунаҡбаев һәм Зиләрә Юлтаева алып барҙы. Спектаклдәрҙән өҙөктәрҙә Алһыу Ғәлина, Гөлфиә Рафиҡова, Гөлназ Хайсарова, Азамат Ғафаров, Айҙар Шәмсетдинов, Фәнис Рәхмәтов, Илгизә Ғилманова, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Артур Кәбиров ҡатнашты. Оркестр артисы Айгөл Мөслимова, кисәне скрипка моңдарына сорнап, тамашасыларға матур көйҙәр бүләк итте.
Кисәлә моңһөйәрҙәр өсөн бер яңылыҡ та булды: Илшат Йомағолов һүҙҙәренә Илшат Яхин яҙған йыр видеояҙмала яңғыраны, уны композитор үҙе яҙҙырып ҡалдырған. Ойоштороусылар ошо йырға бәйле конкурс та иғлан итте һәм иң яҡшы башҡарыусыға фонограмма эшләргә һүҙ бирҙе.

Илшат Хәлил улы тел ҡәҙерен белгән арҙаҡлы ижадсы булды, ул уҡыған шиғырҙар һәм сәсмә әҫәрҙәр радионың алтын фондында һаҡлана. Хәтер кисәһендә “Халҡым һағышы” (режиссеры – Әмир Абдразаҡов), “Башватҡыс” (режиссеры – Айсыуаҡ Йомағолов) фильмдарынан өҙөктәр, М. Кәрим пьесаһы буйынса “Ташлама утты, Прометей!” спектакленән Прометей монологы яҙмаһы күрһәтелде.
Театр директоры Иршат Фәйзуллин кисәлә ҡатнашыусыларға оло рәхмәтен белдереп: “Әгәр ҙә шәхестәребеҙҙе онотмай, уларҙың исемен, эшләгән эштәрен иҫкә алып торһаҡ, улар ҙа йәшәүен дауам итер”, – тип һүҙен тамамланы.

Илшат Хәлил улы Йомағоловтың ғүмере уйнаған ролдәрендә, яҙған драмаларында, уҡыусыларында, балаларында һәм ейәндәрендә дауам итә.

Динара Ҡәйүмова.

Руслан Юлтаев фотолары.

Өфөлә данлыҡлы актёр һәм педагог Илшат Йомағоловтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе уҙҙы
Өфөлә данлыҡлы актёр һәм педагог Илшат Йомағоловтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе уҙҙы
Өфөлә данлыҡлы актёр һәм педагог Илшат Йомағоловтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе уҙҙы
Өфөлә данлыҡлы актёр һәм педагог Илшат Йомағоловтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb